Башҡортостанда йәшәүселәр почта бүлексәһен төҙөкләндереүҙә ҡатнаша ала

“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең халыҡ программаһы буйынса өс йылда 80-гә яҡын бүлексә яңыртылған. Капиталь ремонт уҙғарылған почта бүлексәләре өсөн онлайн тауыш биреү 24 мартҡа тиклем дауам итә. Ул Дәүләт хеҙмәттәре порталында ойошторолған. Бер кеше бер бүлексә генә һайлай ала.