Көйөргәҙе районының “Маяҡ” май һыҡтырыу заводында етештерелгән продукция лаборатор тикшеренеү уҙған, барлыҡ экспорт талаптарына тап килә. Тимер юлы менән йөктәр Африка дәүләттәренә, Иран, Һиндостан, Яҡын Көнсығыш илдәренә даими оҙатыласаҡ,тип белдерәләр Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан.