Инйәр йылғаһы ташыуы сәбәпле Архангел районының Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Төндә ҡотҡарыусылар 103 кешене, шул иҫәптән 20 баланы эвакуациялаған. 80 кеше ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырылған. Әле улар йылы аш һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Ташҡын урынында 90 кеше һәм 39 берәмек техника эшләй. Әле пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында һыу күтәрелеүен сикләү юлдары ҡарала.