Яҙғы ташҡындың быйыл былтырғыға ҡарағанда бер ай алдан килеүе күҙәтелә


Белгестәр билдәләүенсә, Оло һыуҙың иртә ҡуҙғалыуына Башҡортостан биләмәләрендә һауа температураһының ҡапыл йылытыуы һәм бер-нисә көн дауамында яуған ямғырҙар сәбәпсе. Ташҡын һөҙөмтәһендә республиканың таулы төбәктәренән тыш, Күгәрсен районында ла йылғалар ташып ярҙарынан сыҡҡан.

Кесе Эйек йылғаһында һыу кимәле күтәрелеүе менән бәйле, 18-20 мартҡа тиклем Иҫке Собханғол-Мораҡ юлы участкаһында бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт ябылған. Хәл контролдә тотола.