Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда студенттар отрядын ағзаларын 9 меңгә тиклем еткереү бурысы ҡуйылған. Хәрәкәтте үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар күрелә. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ведомство-ара координация советының тәүге ултырышында билдәләнде. Оператив штаб ҡарарына ярашлы, предприятие һәм ойошмалар менән берлектә 43 хеҙмәт проектын тормошҡа ашырыу ҡаралған. Йәштәр өсөн асылған яңы мөмкинлектәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Республика башлығы Радий Хәбиров Студенттар отрядының иң әүҙем ағзаларын «Башҡортостан ирекмәне» тигән иҫтәлекле билдә менән бүләкләне. Төбәктә йәштәр хәрәкәтен үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Профилле министрлыҡ-ведомстволар алдына көнүҙәк бурыстар ҙа ҡуйылған - студенттарға эшләү һәм ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, ә иң мөһиме - егет-ҡыҙҙарҙың һөнәри әҙерлеген тәьмин итеү. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, студенттар отряды аҡса эшләү мөмкинлеге генә түгел, тап бында команда рухы нығына, шәхестәр формалаша.
Студенттар отрядын үҫтереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара координация советының тәүге ултырышында хеҙмәт проекттары тураһында һүҙ барҙы. Төҙөлөштән медицинаға тиклем - төбәктәге төрлө предприятие-ойошмаларҙа йәштәр өсөн барлығы мең ярымдан ашыу вакансия буласаҡ. Студенттарға дәртләндереү сараһы булараҡ трудкрут хэштегы менән мотивация картаһы ла булдырыла.
Быйыл республиканың студенттар отряды ун йыллығын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә хәрәкәттә ҡатнашыусылар 200-ән алты меңгә тиклем артҡан. Йыл аҙағына күрһәткесте 9 меңгә еткереү бурысы ҡуйылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары менән эште әүҙемләштерергә ҡушты.
Осрашыуҙа хеҙмәт проекттары осоронда йәштәргә экскурсия, спорт, мәғариф, программалары ойоштороу мөһимлеге лә билдәләнде. Иң яҡшы студенттар отрядына республика башлығының күсмә байрағын булдырыу тәҡдиме лә яңғыраны.
Йәйге хеҙмәт осорона Студенттарҙы эшсе һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн студенттар отрядтары тарафынан республикаға 64 миллион һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителгән, уҙған йыл менән сағыштырғанда ярҙам күләме күпкә артҡан. Әлегә ике меңгә яҡын студент махсус уҡыуҙар үтеп, һөнәр үҙләштергән, апрель-май айҙарында сираттағы курстар башлана. Шулай уҡ йәштәр мәшғүллек үҙәктәре аша социаль контракт нигеҙендә лә өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә эйә.
Гөлназ Хәйбуллина