Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров милләт-ара бәйләнештәр буйынса совет ултырышын уҙғарҙы. Эшлекле осрашыу махсус хәрби операция шарттарында мәғлүмәт һәм милләт, конфессия-ара тотороҡлоҡҡа янаған хәүефтәргә арналды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа совет идара итеү командаһы, ғалимдар, дини эшмәкәрҙәр һәм төрлө өлкә белгестәре өсөн асыҡ диалог майҙансығына әйләнде. Әйтәйек, уҙған ултырышта сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни адаптацияһына бәйле мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән.
Төбәктең мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандағы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе тарҡатыу маҡсатында Көнбайыштан юғары мәғлүмәт баҫымы бара. Республика тарафынан ижтимағи-сәйәси хәлде тотороҡландырыу буйынса тейешле саралар күрелә. Йәштәрҙе иҫкәртеү, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса ла эш көсәйтелгән.