«Торатау» конгресс- холында 200- ҙән ашыу кеше йыйылды. Дини сара Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы булышлығында уҙғарылды. Ул махсус хәрби операция хәрбиҙәренә ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Ут эсендә лә Аллаһ менән. Ифтарға килеүселәргә махсус хәрби операцияла дин ҡанундарын үтәү кадрҙары күрһәтелде. Залда 35 йәшкәсә республика мосолмандары йыйылған. Уларҙы бер нәмә берләштерә- Рамаҙан айында ураҙа тотоу, дин ҡушҡанды үтәп йәшәү. Әлбиттә, йәштәрҙең күбеһе әле был өлкәлә тәүге аҙымдарын яһай.
Йәштәр алдында төрлө дини конфессиялар вәкилдәре сығыш яһаны. Улар әхләҡи ҡимәттәр тураһында һөйләне, Рамаҙан айында ғына түгел һәр ваҡытта ла мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ғәҙел булыу кеүек кешелек сифаттарын юғалтмай йәшәүгә әйҙәне.
Аҙан әйтелде. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе менән бергә йәштәр йәмәғәт намаҙында ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, ифтар уҙғарыу теләген республика йәштәре белдергән. Ауыҙ асыу мәжлесе өсөн мәҙәни сығыштар ҙа әҙерләнгән.
Рәмилә Исмәғилева