Өфөлә юл соҡорҙарын ремонтлау эштәре бара


Өфөлә юл соҡорҙарын ремонтлауға көн һайын 38 эшсе һәм 22 берәмек махсус техника йәлеп ителә. Баш ҡалала ғына юл япмаһының 493 емерелеү осрағы асыҡланған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ремонтсыларға был етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү бурысы ҡуйылған.

Яҙҙың тәүге көндәренән 3,5 мең квадрат метр самаһы юл япмаһы ремонтланған, уларға 500 тоннанан ашыу ҡырсынташ-битум ҡатнашмаһы һалынған. Өфөнөң Ленин районында ла тәүге юл үткәргестә һәм Затон күперенә төшкән юлда эш ҡайнай. Әйткәндәй, юлдарҙағы етешһеҙлек хаҡында баш ҡала мэрияһы сайтындағы «Соҡорҙарҙы ремонтлау картаһы» сервисына хәбәр итергә мөмкин.

Был мискәләрҙә 200 градустан ашыу температурала битум һәм асфальт ҡатнашмаһы йылытыла. Ә бер сәғәттән һуң был участкала хәрәкәт асырға мөмкин, тип билдәләй юлсылар.