Башҡортостан музыканттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы


Магнитогорск ҡалаһында уҙған дүртенсе Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсынан Башҡортостан вәкилдәре еңеү менән ҡайтты.

Нариман Сабитов исемендәге 1- се балалар музыка мәктәбенән ете уҡыусы икенсе һәм өсөнсө дәрәжә лауреаттары тип танылған.. Конкурсанттарҙы тыңлау Михаил Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһының концерт залында үткән. Өфө уҡыусылары баян, аккардеон, гитара, думбыра һәм балалайкала уйнап юғары баһа алған.