Сарала йәш армеецтар, район хакимиәте вәкилдәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты. Улар дәүләт флагтары һәм Еңеү байрағы, һауа-десант ғәскәрҙәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы символикаһы менән биҙәлгән 20-ләгән автомобилдә район үҙәгенең төп урамдары буйлап уҙҙы. Патриотик акцияға ҡушылыусылар ауыл ситенән Еңеү паркына тиклем юл үтеп, һуғышта һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә флешмоб ойошторҙо.