12 муниципаль берәмектә 17 хәл контролгә алынған. Һыу баҫҡан биләмәләр бар. Һуңғы тәүлектә Йүрүҙән йылғаһы ныҡ күтәрелгән. Салауат районы Сулпан ауылы янында һыу 214 сантиметрға артҡан. Өфө янында Ағиҙел кимәле 88 сантиметрға күтәрелгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Инйәр йылғаһында боҙ шартлатыу эштәре алып барыла. Архангел районында оператив штаб эшен дауам итә.