Быйыл йылғалар ғәҙәттәгенән иртәрәк ташты

Башҡортостанда ташҡындың беренсе тулҡыны алдан фаразланғандан ике аҙнаға иртәрәк башланды. Был турала премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. -Ғәҙәттә апрелдә генә ҡар  ныҡлап  ирей  ине.  Бөгөн  11 районда хәл контролгә алынған. Белгестәр һәм ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Төп маҡсат - халыҡты һәм биләмәләрҙе  һаҡлау, бөтә хәүефһеҙлек сараларын күреү, - тине ул.