Силәбелә легендар башҡорт балеринаһы тураһында китап сыҡты

Эмма Тимерғазина тураһында баҫманың авторы - яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөнирә Хәлимова. Китапта балеринаның тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәттәр бирелгән, фотоһүрәттәр күрһәтелгән. Башҡортостандың халыҡ артисы  Эмма Тимерғазинаға быйыл 87 йәш тулды.