Башҡортостанда һыу баҫыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы саралар күрелә


Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 21 хәбәр килгән.

Архангел, Белорет, Благовар һәм Кушнаренко райондарында йорт алды участкалары һыу эсендә ҡалған. Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Саҡмағош райондарында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 9 автомобиль юлы участкаһын һыу баҫҡан. Еҙем йылғаһы үҙәнендә боҙ тығылыу һөҙөмтәһендә яр емерелә башлаған. Ошо сәбәпле Ғафури районы Иҫке Тайыш ауылында бер нисә йорт хужалығы ҙур хәүеф алдында ҡалған. Ауыл халҡы хәүеф биләмәһендәге йорттарҙы һүтеп, икенсе урынға күсерергә ҡарар иткән. Кисә хәүеф зонаһында булған бер йорт һүтелгән.

Тәүлек эсендә һыу кимәленең максималь күтәрелеүе Салауат районы Сулпан ауылында теркәлгән. Йүрүҙән йылғаһы 214 сантиметрға артып 458 сантиметрға еткән. Шулай уҡ Өфөлә Ағиҙел - 88, Бөрйән районы Ҡотан ауылында - 77, Бишбүләк районы Дүсән ауылында Дим йылғаһы 56 сантиметрға күтерелгән. Иҫкәртеү сараларын үткәреү дауам итә, кисә Аҙау һәм Оҙондар ауылдары араһындағы Инйәр йылғаһында өҫтәмә шартлатыу эштәре башҡарылған. Архангел районында оператив штаб эшләүен дауам итә. Хәл контролдә тотола.