Йомағужа һыуһаҡлағысында аварияға ҡаршы күнекмәләр үтте


Яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙер. Йомағужа һыуһаҡлағысында аварияға ҡаршы күнекмәләр үтте. Сценарий буйынса, һыу кимәле тиҙ күтәрелә башлай, ә һыу ағыҙыу ҡоролмаһын күтәреүсе кран сафтан сыға.

Диспетчер тиҙ арала ашығыс хеҙмәттәргә, ведомстволарға һәм Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала-райондарға хәбәр итә. Һыу тәүлегенә 2 метрҙан ашыу күтәрелә, был гидротехник ҡоролмаға хәүеф менән янай. Ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү маҡсатында һыу ағыҙыуҙы арттырыу талап ителә. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр ватылған кранды резерв схемаһы буйынса асып, һыуҙы быуыусы ҡоролманы ике метр ярымға күтәрә. Әлбиттә, шлюздарҙы бындай бейеклеккә асып торманылар. Иң мөһиме, һыуһаҡлағыстың төрлө сценарийҙарға әҙер булыуын күрһәтеү, ти белгестәр.

Быйылғы ташҡын уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән күпкә иртәрәк башланды. Шуға ҡарамаҫтан, гидротехник ҡоролмаларҙан түбәндә йәшәүселәр араһында иҫкәртеү эше даими контролдә тотолған. Дөйөм алғанда, төбәк биләмәһендәге һыуһаҡлағыстар республиканың эске ихтыяждары өсөн генә булдырылған. Яуаплы белгестәр төбәк быуаларының ҙур һыу ҡабул итергә әҙер булыуын билдәләй.