Республика балалар клиник дауаханаһында «Сәләмәт бала саҡ» проекты ирекмәндәре һәм табиптары бүләкләнде. Былтыр йәй ғәмәлгә ашырыла башлаған проекттың маҡсаты- пациенттарға дауаланыуҙа уңайлы шарттар булдырыу.
Уны Республика балалар клиник дауаханаһы «Бәхет биләмәһе « хәйриә фонды менән бергә тормошҡа ашыра. Балалар һәм уларҙың ата- әсәләре менән психологтар эшләй, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Программа буйынса ике меңдән ашыу кескәй пациентҡа ярҙам күрһәтелгән.