Быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, балаларҙа тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. Әбйәлил районында Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемен йөрөткән гимназияла патриотик семинар үтте. Унда белем усаҡтарында эшләгән балалар хәрәкәттәренә һәм уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү һорауҙары ҡаралды.
Сара мәктәп директорҙарын, уларҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙарын, кәңәшселәрҙе һәм уҡытыусыларҙы йыйҙы. Семинарҙа ҡатнашыусылар интерактив оҫталыҡ-дәрестәре, балалар эштәренән торған күргәҙмә менән танышты. Саҡырылған ҡунаҡтар алдында кадеттар хоры, йәш армеецтар, шайморатовсылар, полиция, йәш инспекторҙар һәм янғын һүндереүселәр хәрәкәтенә йөрөүсе уҡыусылар сығыш яһаны. Улар сәхнәнән үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләне. Үҫеп килгән быуында илһөйәрлек һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу, балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү өсөн балалар хәрәкәте кәрәклеге билдәләнде.
Семинар барышында тәрбиә эшен практик яҡтан яҡтыртыусы 17 асыҡ дәрес күрһәтелде. Шулай уҡ түңәрәктәр һәм кластан тыш дәрестәр алып барыусы уҡытыусыларҙың методик документтары менән дә таныштырҙылар. Сараның пленар өлөшөндә педагогтарға балалар хәрәкәтенең үҫеш юлдары тураһында сығыштар тәҡдим ителде.