Ик етиҫтә йыл дауамында ижади коллектив төрлө байрамдарҙа, мәҙәни кисәләрҙә халыҡҡа йыр-моң кән, быуындар бәйләнешен нығыта. Тулыраҡ киләһе яҙмала
Халҡыбыҙҙың онотола барған йыр-моңон йәш быуынға еткереү, уны тергеҙеү һәм төбәккә генә хас өлгөләрен халыҡҡа ҡайтанан күрһәтеү, милли мираҫты һаҡлап ҡалыу - «Һаҡмар һандуғастарының» төп маҡсаттарының береһе. Ансамбль халыҡсан йырҙар, ҡобайырҙар, бәйеттәр, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар башҡара. Шуға күрә бында шөғөлләнеүселәр барыһы ла рәхәтләнеп бейей, йырлай.
«Һаҡмар һандуғастары» ансамбленең барлыҡҡа килеүендә мәғариф ветераны, һәүәҫкәр фольклорсы Фәрзәнә Мөхәмәтшинаның роле ҙур. Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы ансамблдең алмаштырғыһыҙ йырсыһы.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында һәр мәҙәни сара «Һаҡмар һандуғастары» ансамбленән башҡа үтмәй. Әле коллективты үҙ эшенең оҫтаһы Нурия Ғатауллина етәкләй, төрлө быуын халыҡ таланттарын бергә туплаған. Бөгөн ансамблдә 20-нән ашыу ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлап ҡалыуҙа, уны йәш быуынға еткереүҙә ансамблдең башҡарған эштәрҙе баһалап бөткөһөҙ.
Рүзилә Ғүмәрова