Республика башлығына «Башҡорт йәшмәһе йорто» музей комплексы концепцияһын тәҡдим иттеләр


Был төбәк өсөн тағы ла бер амбициоз проект. Уны Өфөнөң Пушкин урамында тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Музей-күргәҙмә үҙәге биналарының майҙаны - 2 мең 300 квадрат метрҙан ашыу. План буйынса, арауыҡ күп залдарҙан торасаҡ. Радий Хәбировҡа экспозицияның бер өлөшөн һәм залдарҙы тултырыу варианттарын күрһәттеләр. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, проект бик етди һәм бер нисә йылға иҫәпләнгән.

Республика башлығы шулай уҡ «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы өсөн өҫтәмә бүләмәләрҙе ҡараны. Улар Совет майҙанынан алыҫ булмаған бинала урынлашҡан. Унда фондтың социаль хеҙмәттәрен күсерергә кәрәк. Радий Хәбиров башҡарыласаҡ ремонт эштәре менән ҡыҙыҡһынды.