Өфөнөң Ленин районында ҡаһы бер шәхси йорттар һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал


Кешеләр йәшәгән торлаҡты кинәт һыу баҫыу осрағына халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 13 пункт ҡабул итергә әҙер. Ленин районы биләмәһендә генә ташҡынға ҡаршы 2 штаб эшләйәсәк. Был штабтарға Затон һәм Нижегородка биҫтәләрендә торлаҡ зоналар беркетелгән, улар икеһе лә һыу баҫыу ихтималлығы булған ерҙә урынлашҡан. Халыҡ менән профилактик эш февраль айынан уҡ башланған. Рейд барышында һыу баҫыу ихтималлығы көслө булған урындарҙа йәшәүселәр һаны, ғаиләлә балалар, пенсионерҙар һәм инвалидтар иҫәбе алына, бынан тыш халыҡтың йөҙөү саралары менән тәтмин ителеүе асыҡлана.

Ташҡын ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн муниципалитетта 40 берәмек техника, 118 кеше һәм 10 йөҙөү сараһы әҙерләнгән. Бөгөн йәшәйеште тәьмин итеү хеҙмәттәре һәм янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениелары үҙ көстәрен барланы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына үтәләһе сараларҙы асыҡланы.