«Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһына ғаризалар биреү ваҡыты 31 мартҡа тиклем оҙайтылды

Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған проекттың маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ветерандарҙы идара итеүҙең заманса нигеҙҙәренә өйрәтеү. Махсус белем алғандан һуң яугирҙар дәүләт власть органдарында һәм урындағы үҙидаралыҡта, шулай уҡ республиканың ойошма, предприятиеларында етәксе вазифалар биләй аласаҡ. Бының өсөн башта героибашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест һәм әңгәмәләшеү үтергә кәрәк. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курстары асыла. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр ҡайтанан һөнәри әҙерлек программалары буйынса уҡып сығырға һәм уларға эш тәҡдим ителергә тейеш. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм урта һөнәри йәки юғары белемгә эйә булған һәр кем ғариза бирергә хоҡуҡлы.


Башҡортостан минең өсөн хәрби хеҙмәт үтеү урыны ғына түгел, ошонда тыуҙым, белем алдым һәм балалар үҫтерәм. Был проекта ҡатнашыу яңы офоҡтар аса. Милли гвардияла хеҙмәт итеү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоронда алған көсөмдө тыуған республикам үҫешенә һәм именлегенә йүнәлтә алырмын тип уйлайым.

«Миротворец» ҡушаматлы яугир Рәсәй Гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы офицеры