Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында сая ҡатын-ҡыҙҙар осрашты


Бер майҙанға йыйылған гүзәл заттарҙың ҡыҙыҡһыныуҙары уртаҡ. Улар уҡтан атыу, мәргәнлек менән шөғөлләнә, Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Уҡтан атыу спорты һуңғы йылдарҙа киң билдәлеклек ала бара. Унда ир‐егеттәр генә түгел, ҡатын‐ҡыҙҙар ҙа теләп шөғөлләнә. Баймаҡ районынан Сәғиҙә Рахманғолова, Рита Ҡоланбаева, Фәнүзә Мырҙағалина, Рәмзиә Бәхтиева, Гөлгөнә Ҡолғарина, Лилиә Сирбаева, Сәлимә Рахманғолова бер нисә йыл “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенә ҡушылып республикала, төрлө өлкәләрҙә үткәрелгән бәйгеләрҙә ҡатнаша. Уларҙың уңыштары ла бар.

Уҡтан атыу - таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап иткән халҡыбыҙҙың боронғо спорт төрҙәренең береһе. Тура һынлы, ғорур ҡиәфәтле милли кейемдәге ҡатын‐ҡыҙҙар ҙа һоҡланыу уята. Фәнүзә Мырҙағалина бынан өс йыл элек уҡ атыу менән шөғөлләнә башлай. Был спорт төрө ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек сифаттар уята, ти ханым.

Сара барышында мәргән ҡатын-ҡыҙҙар йәйәнән атыу буйынса мәғлүмәт бирҙе, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Урал Моратов, Фидан Хисмәтуллин башҡарыуында рухлы йырҙар ҡатнашыусыларҙың күңеленә дәрт һәм илһам өҫтәне.