"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан филиалына өҫтәмә биналар бирелә

Улар Совет майҙаны янында урынлашҡан. Фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина  белдереүенсә, ремонт тамамланғандан һуң бында социаль координаторҙар эшләйәсәк. Белгестәр хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләрен ҡабул итә. "Тиҙ генә проектларға, тиҙ генә эшләргә кәрәк. Черниковкала тағы бер бүлексә асырға планлаштырабыҙ. Шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары өсөн реабилитация  үҙәген булдырыу мөмкинлеге ҡарала", тине Радий Хәбиров.