Башҡортостанда өмәләр ваҡыты аныҡланды

Республика хөкүмәте ҡарарына  ярашлы, дөйөм акциялар 29 марттан 10 майға  тиклем уҙғарыла.  Шулай уҡ 30 августан 4 октябргә тиклем ошондай эштәр ҡаралған. Өмәләр 12,19 һәм 26 апрелдә, шулай уҡ 20 һәм 27 сентябрҙә  була.  Бынан тыш, 19 апрелдән 10 майға тиклем "Йәшел Башҡортостан" акцияһының яҙғы этабы үтә. Берҙәм ағас ултыртыу көнө  26 апрелгә тәғәйенләнгән.