Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды эшенә үҙгәрештәр индерелде

Уға ярашлы, фондҡа яңы бурыстар ҡуйыла. Хәҙер ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә тейеш. Бындай хәрбиҙәрҙең яҡындарына психолог һәм юрист кәңәше бирелә, социаль ярҙам алыуҙа булышлыҡ күрһәтелә. Фонд шулай уҡ генетик тикшеренеүҙәр үткәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша.