Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда Инйәр ике метрға тиклем күтәрелгәйне. Әле йылға ярҙарына ҡайтҡан. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ҡотҡарыусылар ихата-урамдарҙан һыуҙы һурҙыра, техника юлдарҙы ҙур боҙ киҫәктәренән һәм сүп-сарҙан таҙарта. Урындағы халыҡ һәм ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашыусылар өсөн йылы аш ойошторолған. Район хакимиәте халыҡҡа өйҙәрҙе йылытыу һәм мунса яғыу өсөн ҡоро утын ташый.
Ә был кадрҙар Ҡариҙел районынан. Йүрүҙән ауылынан икенсе тораҡ пункттарға илткән юлды һыу баҫҡан. Интернет ҡулланыусылар хәбәр итеүенсә, машиналар юлды үтә алмай.