Бер төркөм яугирҙар ике аҙналыҡ отпусканан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды


Мобилизация буйынса хеҙмәт иткән бер төркөм яугирҙар ике аҙналыҡ отпусканан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы тантаналы оҙатыу «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда үтте. Майҙанға ир-егеттәрҙең ғаиләләре, туғандары, дуҫтары һәм коллегалары килде. Тыуған яҡта үткән ун дүрт көнлөк ялда яугирҙар көс туплап, өй мәшәҡәттәрен хәл итергә лә, төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашырға ла өлгөргән. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа алып барыу өсөн уңайлы автобустар бүленгән.