Улар икенсе аҙна рәттән баш ҡала урамдарын сүп-сарҙан таҙарта. Был юлы өмә Революция һәм Ленин урамдары киҫелешендәге сквер һәм ихаталарҙа уҙҙы. Баш ҡаланың Ленин районы урамдарында 80 берәмек техника эшләне. Шәмбе өмәһендә ҡатнашыусылар өсөн сәй эсеү урыны ойошторолдо, тиҙ туҡланыу буйынса Өфө ресторандарының береһе төрлө ризыҡтар менән һыйланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, оператив кәңәшмәләрҙең береһендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡала, район етәкселәрен «ҡышҡы йоҡонан» уянып , йәшәгән урындарҙы тәртипкә килтерергә саҡырғайны. Әгәр быға тиклем биләмәләрҙе яҙғы өмәләр 1 майға тиклем дауам итһә, быйыл яҙ иртә килеү һәм ҡарҙың әүҙем иреүенә бәйле урамдарҙы 1 апрелгә тиклем таҙартыу бурысы ҡуйылды .