Өфөлә «Бергә тапшырабыҙ. Ата-әсәләр өсөн имтихан» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте


Ата-әсәләр имтихан тапшыра. Бөгөн Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында «Бергә тапшырабыҙ. Ата-әсәләр өсөн имтихан» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Уйын форматында һәм барлыҡ талаптарҙы үтәп ойошторолған имтиханда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар үҙҙәренең һайлауы буйынса математика, физика йәки тарих фәненән имтихан тапшырҙы. Мәктәп партаһы артына ултырған өлкәндәрҙең тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Уҡыусылар урынында ата-әсәләр, өс сәғәт урынына 35 минут. Айырма шунда ғына. Башҡа ҡағиҙәләр ҡәҙимге берҙәм дәүләт имтиханындағы һымаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был акция ата-әсәләргә һынауҙың ҡатмарлы түгеллеген аңларға ярҙам итә. Сөнки күп осраҡта өлкәндәр уҡыусыларға ҡарағанда ла нығыраҡ хафалана һәм бала күңеленә лә хәүеф, шом һала.

Акцияла 100-ҙән ашыу ата-әсә ҡатнашты. Улар 5 төркөмгә бүленеп математика, тарих һәм физика буйынса имтихан тапшырҙы.

Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, тулҡынланыу тойғоһо бар. Әммә был һынауҙан түгел, ә йылдар үткәндән һуң мәктәп партаһы ултырыуҙан. Морат Ишемғолов акцияла физика фәнен һайлаған, мәктәп программмаһын, формулаларҙы ҡарап сыҡтым, ти ул.

Ҡатнашыусыларҙың күбеһе математика фәнен һайлаған, имтихан бер юлы өс кабинетта бара. Был аңлашыла, математиканан берҙәм дәүләт имтиханы бөтә уҡыусылар өсөн дә мотлаҡ. Акцияла база кимәле тәҡдим ителә. Ата-әсәләр әйтеүенсә, мәсьәләләр артыҡ ҡатмарлы түгел. Эшләп бөткәс үҙеңдең яуаптарыңды тикшереп, һөҙөмтәне белергә мөмкин. Лилиә Фазлетдинова имтиханды бишкә тапшырған.

Имтихан тапшырған ата-әсәләр әйтеүенсә, һынауҙың бер ҡатмарлығы ла юҡ. Борсолорға кәрәкмәй. Бары тик мәктәп программаһын яҡшы үҙләштерергә, тырышып уҡырға кәрәк.

Рәмзиә Кәримова