Баш ҡалала Наурыз байрамына бағышланған «Мәҙәниәттәр диалогы» конференцияһы үтте


Сараны Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты 10-сы йыл ойоштора. Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта уҙған байрам студенттар өсөн күңел асыу сараһы ғына түгел. Мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған конференцияға улар Наурыздың барлыҡҡа килеү тарихы, төрки халыҡтарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәттәр диалогы аша халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса докладтар әҙерләгән. Конференцияла төрлө халыҡтарҙың милли ризыҡтары ла тәҡдим ителде. Ултырыш концерт номерҙары менән тамамланды.


Сараға төркмән халҡының байрам костюмын кейеп килдем. «Ҡумыҙсы ҡыҙ» бейеүе менән сығыш яһайым. Бындай саралар миңә оҡшай, сөнки уҡыуҙан тыш, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән дә танышабыҙ.

Огулбагт Гарлыева, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты