Илемде данлай ҡурай. Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә арналған ҡурайсыларҙың төбәк конкурсы үтте. Башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнаусыларҙы йыл һайын бергә йыйған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге «Илемде данлай ҡурай» конкурсының тап Аҡъяр ауылында үтеүе осраҡлы түгел. Хәйбулла районы элек-электән мәшһүр ҡурайсылар менән дан тота. Быйылғы Гран-приҙың төбәктә ҡалыуы быны тағы бер раҫланы.
Сәйфулла Дилмөхәмәтов төбәктә ҡурай оҫтаһы һәм белгесе булараҡ билдәле. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәйбулла районының почетлы гражданы ла ул. Сараны ойоштороусылар Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың йәш ҡурайсыларҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес булыуын билдәләй. Бөгөн уның эшен уҡыусылары лайыҡлы дауам итә.
Ҡурайсылар конкурсы милли музыка ҡоралын - ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, традицияларҙы һаҡлау, йәш таланттарҙы үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Конкурста егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша. 67 конкурсанттың 37-һе яңғыҙ башҡарыусы булараҡ һынау тотһа , Урал аръяғы райондарынан 7 ансамбль соло сығыш яһаны.
Хәйбулла районы ҡурайсылар бәйгеһе яңы исемдәр асты. Төрлө райондарҙан йыйылған ҡурайсылар сәхнәне милли музыка ҡоралы моңона сорнаны. Ә инде төбәктең «Үҫәргән», «Азамат», «Дан» һәм «Хазина» ҡурайсылар ансамблдәре конкурс призерҙары булды.
Азат Ғәлиуллин