Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренең тактикаһы һәм стратегияһы тикшерелде. «АгроКомплекс» күргәҙмәһенең тәүге көнөндә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Агрономия конференцияһы үтте. Унда федераль һәм төбәк ведомстволары, ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләүсе ойошма вәкилдәре, төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Башҡорт аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерме һәм ниндәй ҡатмарлыҡтар бар? Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов менән әңгәмәләште.