Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына халыҡтан яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт килгән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, 7 муниципаль районда һәм 1 ҡала округында 16 йорт алды ихатаһы, 11 юл участкаһы һәм 2 күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 16 хәл контролдә тотола. Һыу баҫҡан йорттар һәм баҡса участкалары юҡ. Бөтә тораҡ пункттарҙа ла ваҡытлыса гидропостар ойошторолған, оператив төркөм өҙлөкһөҙ мониторинг алып бара. Баш идаралыҡта тәүлек әйләнәһенә штаб эшләй. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн 86 кеше һәм 47 берәмек техника, шулай уҡ ирекмәндәр йәлеп ителгән.