Өфөнән Санья ҡалаһына тиклем тура рейс асылды

Ҡытай Башҡортостанға яҡынайҙы. Кисә Аэрофлот авиакомпанияһы Өфөнән билдәле диңгеҙ курорттарының береһе - Санья ҡалаһына тиклем тәүге тура рейсҡа сыҡты. Уны оҙатыу сараһы баш ҡала аэропортында тантаналы рәүештә үтте. Рейсҡа теркәлгән тәүге пассажирҙар иҫтәлекле бүләктәр алды, барыһы өсөн дә ҡытай сәй йолаһы ойошторолдо. Өфөнән Санья ҡалаһында тиклем рейстарҙы Airbus А330 һауа судноһы башҡара. Сәфәр ваҡыты 8 сәғәт ярым тәшкил итә. Тәүге рейс самолет тулы пассажирҙар менән юлланды.


Өфөнән тәүге рейс тәғәйенләнеүгә шатбыҙ, Сөнки Ырымбурға иң яҡын ҡала - Өфө, беҙ бында дүрт сәғәт эсендә килеп етәбеҙ. Быға тиклем күптәр Ҡытайға Мәскәүҙән йәки күрше Ҡаҙағстандан оса ине. Был рейстар оҙайлы булыр һәм ҙур һорау менән файҙаланыр тип ышанабыҙ.

Эльмира Нуржанова, Ырымбур ҡалаһында йәшәүсе

Өфөнән Ҡытайға тиклем тура рейстар тәүге ваҡытта тик йәкшәмбе осһа, 3 апрелдән алып аҙнаһына ике тапҡыр - кесаҙна ла башҡарыласаҡ.


Ҡытайға даими рейстар асыу беҙҙең өсөн мөһим һәм күптән көтөп алынған ваҡиға. Башҡортостан халҡы өсөн йәнә бер курорт йүнәлеше асылды. Өфөнән Эконом һәм Бизнес класстары булған 330 урынлыҡ тулы самолет оса.

Денис Никитин, «Өфө» аэропортының коммерция директоры