Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы яугир яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә


Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә.Былтыр 23 гуманитар ылау составында 60 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, 25 берәмек техника оҙатылған. Ялға ҡайтҡан «Тайфун» ҡушаматлы яугирға йылы камуфляж костюмдар, бирсәткәләр, рюкзак бүләк ителде. Хәрби уны шунда уҡ кейеп тә алды. Тииҙән ул йәнә яу яланына юллана.


Бындай йылы мөнәсәбәт булғанда Ватан өсөн көрәш беҙгә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Уңайлы йылы кейем бүләк иттеләр, рәхмәт, артабан да тик Алға!

«Тайфун» ҡушаматлы яугир