«Нур» татар дәүләт театрында Владимир Жеребцов пьесаһы буйынса «Йәшәйек әле» спектакле киң тамашасыға тәҡдим ителде. Сәхнә әҫәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө һынауҙар үткән быуындың ауыр яҙмышы тураһындағы тарихты һөйләй. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған драманы режиссер Азат Йыһаншин ҡуйған. Төп герой - Муса ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айнур Баянов башҡара. Премьера 2 апрелдә ҡабатлап күрһәтелә.