Хәрәкәттә - бәрәкәт. «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең «Сәләмәтлек» спартакиадаһы үтте. Унда 120-ға яҡын педагог ял көндәрен әүҙем һәм файҙалы үткәрҙе. Ярыш барышы хаҡында киләһе сюжетта.
Уҡытыусыларҙың да спорт менән шөғөлләнеүе - үҙе бер мәртәбәле күренеш. Шулай итеп, улар уҡыусыларға ғына түгел, башҡаларға ла сәләмәт тормош алып барыуҙа спорттың ҙур урын биләүен күрһәтә. Быйылғы спорт сараһында мәктәптәр алты зонаға бүленеп берләште, шулай уҡ дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре айырым команда булдырҙы. «Сәләмәтлек» спартакиадаһының район этабы бер нисә майҙансыҡта барҙы. Тәүге этаб еңеүселәре ‐ волейбол, йөҙөү, өҫтәл теннисы, пневматик винтовканан атыу, шахмат буйынса ярышты.
«Сәләмәтлек» спартакиадаһын йыл һайын район хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм дөйөм рәсәй мәғарифенең урындағы профсоюзы ойоштора. Быйыл ул Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды.
Спартакиаданың төп маҡсаты - педагогтар араһында спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау тора. Сәмле уйындарҙан һуң беренсе урынға Баймаҡ зонаһы, икенсегә Иҫке Сибай, өсөнсөгә Ниғәмәт биләмәһе сыҡты. Еңеүсе команда республика кимәлендә район данын яҡлаясаҡ.
Раушания Рәхимова