Файҙаланылған принтер, кимереүселәр ҡалдыҡтары, унан да бигерәк түҙә алмаҫлыҡ еҫ. Был тауарҙы Илнур Рамаҙанов ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдырыр, моғайын. Башҡорт эстрадаһы йондоҙо эш өсөн техникаға билдәле маркетплейстарҙың береһенән заказ эшләй. Көткән тауар килеүен-килә, тик уның сифаты икенсе мәсьәлә. Өҫтәүенә, принтерҙың буяҙары булмай, ә вилкаһы розеткаға тура килмәй.
Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа онлайн һатып алыуҙарға ныҡ өҫтөнлөк бирә башланыҡ. Кейем-һалым, техника, йорт кәрәк-яраҡтары ғына түгел, хатта дарыу, аҙыҡ-түлекте лә яҙҙырып алабыҙ. Тик складтарҙа тауарҙың нисек һаҡланыуы беҙгә сер булып ҡала. Илнур Рамаҙанов белдереүенсә, уның тауары Екатеринбуртағы үҙәктән килгән. Асыҡланыуынса, быға тиклем тауар сысҡан ҡалдыҡтары менән бергә башҡаларға ла ебәрелгән. Складтарҙың береһендә менингит таралып, һәләк булған хеҙмәткәрҙәр тураһында мәғлүмәт тә бар.
Илнурҙың хафаһы урынлы. Маркетплейс аша балалар ризығы һатып алыусылар ҙа байтаҡ. Кейем-һалымдан айырмалы, аҙыҡ-түлектең яраҡлылыҡ ваҡыты ла бар. Уның һаҡланыу тәртибе менән яҡындан танышыу өсөн Благовещен ҡалаһындағы «Озон» склады вәкилдәренә мөрәжәғәт иттек. Волга буйы федераль округында иң ҙуры һаналған логистик үҙәктә тәртип: бында ҡоро, хәүефле, ҙур үлсәмле тауарҙар өсөн айырым зоналар булдырылған. Аҙыҡ-түлек һаҡлау өсөн һыуытҡыстар бар. Бынан тыш, ризыҡтың яраҡлылыҡ ваҡыты 30 көндән тамамлана икән, система уны ҡабул итмәйәсәк.
Маркетплейстарҙан һатып алынған сифатһыҙ тауарҙы, әлбиттә, ҡайтарырға була. Бөтә тауарҙы ла. Был йәһәттән уның төрө буйынса сикләүҙәр юҡ. Сөнки ул, закон термины менән әйткәндә, дистанцион ысул менән һатып алынған.
Илнур Рамаҙановҡа килгәндә, ул сифатһыҙ тауар өсөн аҡсаһын ҡайтара алған. Маркетплейс быны 2-3 көндә эшләргә вәғәҙәләй. Йырсыға уңыш йылмайған, тиергә мөмкин. Сөнки күп бәхәсле осраҡтарҙа ҡулланыусылар йылдар буйы аҡсаһын ҡайтара алмай интегә. Йәки бер нисә йәки тиҫтәләп мең һум артынан йөрөргә теләүсе лә аҙ. Былтырҙан судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн дәүләт пошлинаһы ла артты.
Тауарҙы үлсәме, төҫө тура килмәү кеүек сәбәптәр буйынса ҡайтарырға мөмкин. Ә уның яраҡһыҙлығын иҫбатларға кәрәк. Шуға ла заказдар тапшырыу пунктында күлдәкте, әйтәйек, кейеп ҡарар алдынан, камера алдында тикшереп ҡарау зарур. Һатып алыусы кейенеү бүлмәһендә күлдәкте боҙоп йәки алмаштырып, кире тапшыра ала икән, был осраҡта тауар өсөн пункт менеджерына яуап бирергә тура киләсәк.
Менеджерҙар әйтеүенсә, һатып алыусыларҙың тауарҙы боҙоу йәки хатта алмаштырыу осраҡтары ла булғылай. Был осраҡта халыҡ «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау» законын самаһынан артыҡ үҙ файҙаһына ҡуллана. Шул сәбәпле башлыса һатыусы зыян күрә.
Һатып алыусының бүләк комплектының бер әйберен үҙенә алып ҡалып, ҡалғанын кире ҡайтарған осраҡтар ҙа бар. Йәки оригинал маркалы тауарҙы арзан күсермәгә алмаштыра. Тауарҙы яраҡһыҙлыҡ сәбәбе буйынса ҡайтарыуға 100 һум түләмәҫ өсөн, заказ эшләүсе тауарҙы үҙ ҡулдары менән боҙа. Азамат Йәркәев бындай осраҡтарҙы күп белә. Һатып алыусыларҙың был ҡылығын ул яуапһыҙлыҡ һәм яза булмауы менән аңлата.
Һатып алыусыларҙың ҙур суммаға бер нисә тиҫтә тауар алып, сәбәпһеҙ кире ҡайтарыуы - йыш күренеш. Йәмғиәттә быға хатта махсус термин да уйлап табылған. «Ҡулланыусылар терроры»н маркетплейс тарафынан индерелгән контроль саралары ғына туҡтасаҡ, ти Азамат Йәркәев. Әйтәйек, әйберҙе кире ебәреүҙе түләүле иткәндә, бындай осраҡтар күпкә кәмене, ти онлайн-һатыусы. Ә был сара законлымы?
Һатып алыусыларҙың да төрлөһө була. Был осраҡ яңыраҡ Өфөлә теркәлгән. Ҡатын маркетплейста заказ эшләгән 46 тауарын алырға килә. Уларҙы тапшырғансы, пункт хеҙмәткәренең эш ваҡыты тамамлана. Рәхмәт урынына һатып алыусы уға эш көнө хаҡын түләп, аҡса күсерә. Бындай изгелекте көтмәгән эшсе илап ебәрә.
Ә был видео Мәскәү өлкәһенән. Унда эштең күплегенән арыған хеҙмәткәр иҫен юғалта. Уға посылкаһын алырға килгән ҡатын ярҙам итә.
Ә самаһыҙ онлайн һатып алыу менән яфаланған кешеләр өсөн оҙаҡламай сара индереләсәк. Илдең Иҡтисади үҫеше министрлығы маркетплейстарҙа тауарҙар һатып алыу буйынса сикләү индермәксе. Быны ҡулланыусылар ҡушымтала үҙаллы эшләй аласаҡ.
Продукттарҙы аңлы файҙаланыу һәм шул рәүешле экологияға зыян кимәлен кәметеү донъя трендына әйләнә. Быйыл 15 март билдәләнгән Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө лә осраҡлы ошо девиз аҫтында үтмәне. Илдә онлайн-шопоголизм миллиондарса кешенең ауырыуына әйләнә. Хатта парҙарҙың айырылышыуына сәбәпсе була.
Магазиндарҙан айырмалы, маркетплейстар ҡул аҫтында булыуы, уңайлығы, тауарҙар киңлеге менән йәлеп итә. Улар менән файҙаланырға өлкән йәштәгеләр ҙә оҫтарҙы.
Шулай ҙа кибеттәрҙә һатып алыусылар барыбер күберәк. Ғәҙәти һатып алыу тәртибен шулай уҡ «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау» законы көйләй. Унда онлайн һәм оффлайн һатып алынған тауарҙы ҡайтарыу ҡағиҙәләре айырыла. Өҫтәүенә, магазиндарҙа чек булыуы мотлаҡ түгел.
Магазинда алынған бүләк сертификатын да ҡайтарырға мөмкин. Ҡулланыу ваҡыты тамамланһа ла, һатыусы уны кире ҡабул итергә бурыслы. Уны һатып алыусы ғына түгел, сертификат бүләк ителгән кеше лә кире тапшыра ала.
Сифатһыҙ тауар һатып алыу, ресторанда боҙолған ризыҡ ашау, йыуыныу бүлмәһендә йылы һыу урынына һыуығы ағыу - былар барыһы ла хоҡуҡ боҙоу иҫәпләнә. «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау» законы буйынса кеше хәүефһеҙ һәм сифатлы тауарға, уның тураһында мәғлүмәткә һәм суд яҡлауына өмөт итә ала. Яҡлау менән бергә үҙ яуаплылыҡ тураһында ла оноторға ярамай. «Һатып алыусы һәр саҡ хаҡлы» - хоҡуҡ нормаһы түгел, ә маркетинг алымы булып ҡала.
Рәзилә Ғилметдинова