Зубов ауылы янында ауыл хужалығы техникаһы өсөн агрегаттар һәм запас частар етештереү буйынса производство цехы менән бер рәттән дилерлыҡ үҙәге эшләй башлай. Бында илдең иң эре етештереүселәренең береһе махсуслаштырылған машиналар һата һәм хеҙмәтләндерә. Былар барыһы ла яңы эш урындары, төбәккә инвестиция йәлеп итеү һәм, әлбиттә, аграрийҙар өсөн уңайлы шарттар булдыра. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡеүәтле станок хеҙмәткәрҙәр штатын алмаштыра ала кеүек. Быға тиклем деталде ҡул менән ярты сәғәт эшләргә тура килһә, хәҙер 5 минут эсендә әҙер була. Бындай етештереүсәнлек заказдарҙы күберәк үтәргә мөмкинлек бирә. Ә улар предприятиела етерлек.
Производствола 20-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Ришат Мөкминов быға тиклем Себергә вахтаға йөрөһә, ярты йыл элек тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Яңы эш урынының өй эргәһендә булыуы уңайлы ғына түгел, аҡса яғынан да отошло.
Йәмғеһе предприятиела йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Зубов ауылы эргәһендәге производство цехы - ауыл хужалығы техникаһы өсөн агрегаттар һәм запас частәр эшләү буйынса инвестиция проектының бер өлөшө. Бында уларҙы сервис хеҙмәтләндереү, ремонтлау һәм модернизациялау ҙа ойошторолған. Проект 5 йыл элек тормошҡа ашырыла башлай. Тәүге цех 2021 йылда асыла. Дилер үҙәгенә иһә үткән аҙнала «Агрокүргәҙмә» ваҡытында старт бирелде. Тантанала республика етәксеһе лә ҡатнашҡайны.
Шулай уҡ властар фермерҙарға техника һатып алыу сығымдарының бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итә. Был, әлбиттә, һатыу күләменә лә йоғонто яһай. Республиканың төрлө мөйөштәрендә сервис үҙәктәре селтәрен булдырыу планлаштырыла. Ауыл хужалығы баҙарындағы комбайндарҙың 80 проценты тап ошо компанияныҡы булыуын иҫәпкә алғанда, был айырыуса төбәк аграрийҙары өсөн яҡшы.
Әлфинә Килдейәрова