Тәүге бәхетһеҙ осраҡ Баймаҡ районында һунарсылыҡ биләмәһендә теркәлгән. Зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына реанимацияға һалынған, хәле ауыр тип баһалана. Бөрйән районы Яңы Усман ауылында ла ирурманда тайыштабанға тап була. Айыу һөжүменән һуң, ул бер нисә тән йәрәхәте алып, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсе бөгөн Өфөгә санавиация менән килтерелгән. Быйылғы һауа шарттарына әбйле айыуҙар ҡышҡы йоҡонан иртәрәк уяна башлаған, был ваҡытта йәнлектәр айырыуса агрессив була. Хәүефле биләмәләрҙә һунарсылар патруль ойошторған.