Республиканың 14 ҡалаһында ғаилә ипотекаһы буйынса икенсел баҙарҙа торлаҡ алырға мөмкин буласаҡ


Яңы шарт буйынса был ҡалаларҙа 2025 йыл башынан ике йәки кәмерәк күп фатирлы торлаҡ орак төҙөлөргә тейеш. Исемлектә Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Яңауыл, Ағиҙел, Межгорье, Күмертау, Салауат һәм Сибай ҡалалары бар Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ғаилә ипотекаһы буйынса тик яңы төҙөлгән йортта ғына фатир алып була ине. Ил Президенты ҡушыуы буйынса программа икенсел баҙарға ла индерелде. Йыллыҡ ставка элеккесә алты процент тәшкил итә. Программала ҡатнашыу өсөн, ғаиләлә алты йәшкә тиклем кәмендә бер бала тәрбиәләнергә тейеш. Фатир авариялы тип танылмаған, файҙаланыу ваҡыты 20 йылдан ашмаған йортта булырға тейеш.


Президент ҡушыуы буйынса булдырылған льготалы программа 1 апрелдән үҙ көсөнә инә. 2024 йыл аҙағында һәм 2025 йылдың башында беренсел торлаҡ өлкәһендә лә торғонлоҡ күҙәтелә. Был, шул иҫәптән, икенсел баҙарҙа торлаҡ һатылыу кәмеүенә бәйле. Ғаилә ипотекаһының киңәйтелеүе быға тиклем төҙөлгән фатирҙарҙы һатыуға, шул сәбәпле, яңы торлаҡты һатып алыуҙы арттырыуға булышлыҡ итер, тип күҙаллана.

Артём Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы