Раевка ауылының Социаль-мәҙәни үҙәге сәхнәһендә республиканың билдәле йырсылары, композиторҙары, шағирҙары сығыш яһаны. Ил һаҡсыларына һәм ышаныслы тыл тәьмин итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Хәйриә концерты ярҙамында махсус хәрби операция өсөн 330 мең һум аҡса йыйылды.