"Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәш башлай

Континенталь хоккей лиһаһында плей-офта уйнаясаҡ командалар асыҡланды. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияла икенсе урын алды һәм плей-офтың тәүге этабында 7-се урын алған Новосибирск командаһы менән көс һынаша. Серия Өфөлә башлана. Тәүге уйындар 27 һәм 29 мартта була.