Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан белдереүҙәренсә, 4 муниципаль районда һәм 1 ҡала округында 15 йорт алды ихатаһы, 5 юл участкаһы һәм 1 күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 8 хәл контролдә тотола. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн 86 кеше һәм 47 берәмек техника, шулай уҡ ирекмәндәр йәлеп ителгән.