Өфөлә тәүге яҙғы өмә 29 мартта ойошторола

Санитар көндә предприятие-ойошмаларға биләмәләрҙе йыйыштырырға кәңәш ителә. Әүҙем ҡатнашыусыларға бағыусыларҙан 600-ҙән ашыу приз тапшырыла. Ҡала халҡы үҙҙәренең ихатаһын һәм йорт янындағы майҙанды тәртипкә килтерә ала.