Башҡортостан Ҡытайға 1 мең тоннанан ашыу етен оҙатҡан

Продукция Учалы районы предприятиеһында етештерелгән.  Майлы культура сит илгә сығыр алдынан лабораторияла тикшерелгән. Йөккә 40 фитосанитар сертификат тапшырылған. Республикала “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проект тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, экспортты арттырыу бурысы ҡуйыла.