Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы аша бер йылда 4 миллион 700 автомобиль үткән

Көн һайын яңы юл менән 13 меңгә яҡын водитель файҙалана. Көнсығыш сығыу юлынан хәрәкәт уҙған йылдың 21  мартында башланды. Йыл аҙағында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн льготалы юл йөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.