Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы Башҡортостан мосолмандары диниә назараты булышлығында ифтар үткәрҙе. Өфөнөң Коллоналлар залында йошторолған дини сарала ураҙа тотоусы мосолмандар бергә ауыҙ асты. Ифтарҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
Ғәҙәттә юғары наградалар тураһында тауыштарға күнеккән Колонналар залын яңғыратып Ҡөрьән аяттары уҡылды. Мөһабәт бина эсендә диндарҙар ифтарға йыйылды. Уларҙың күбеһе- Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы уҡытыусылары, шәкерттәре, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары студенттары, сәнғәт әһелдәре, ураҙа тотоусы мосолмандар. Ауыҙ асыу мәжлесен ойоштороусы Джамиль Камил улы әйтеүенсә, ифтар- дин юлындағыларҙы аралаштырыу, таныштырыу маҡсатын тормошҡа ашыра.
Бер табын артында буласаҡ имамдар, муллалар, дин белгестәре. Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжының көндөҙгө бүлегендә йөҙ, ситтән тороп ете йөҙ шәкерт белем ала. Улар дин ҡанундары буйынса йәшәргә күнеккән.
Мул һыйлы табынға йыйылыусылар өсөн бай программа әҙерләнәгән. Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары уҡылды, йәш йондоҙҙар йырҙар башҡарҙы.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары дини темаға спектаклдән өҙөк күрһәтте. Сәхнә әҫәре менән конкурстарҙа ҡатнашып улар еңеүҙәр яулаған.
Ифтарға килеүселәр өсөн ислам темаһына викторина ойошторолдо. Дини өлкәлә белемде арттырыу ғүмер буйы дауам итә, бигерәк тә Рамаҙан айында уны камиллаштырыу зарур.
Күркәм сара ҡунаҡтары Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе етәкселегендә йәмәғәт намаҙында ҡатнашты.
Рәмилә Исмәғилева