Хәҙер уны Республика Башлығы раҫларға тейеш. Документ һәләк булған яугирҙар өсөн түләү алыуға ҡағыла. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, яңы нормаға ярашлы, һәләк булған яугирҙың башҡа туғандары булмаһа уның бәлиғ булған балалары түләү алырға хоҡуҡлы була. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса түләүҙәр яугирҙың тормош иптәшенә, ата-әсәһенә, өләсәһе һәм олатаһына, бәлиғ булмаған, йә уҡып йөрөүсе балаларына, уны кәмендә биш йыл ҡараған үгәй атаһы, йә үгәй әсәһенә ҡаралған.