Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көндәр йылытҡас был эш әүҙемләшә. Быйыл 21 километрҙан ашыу юлда эштәр ҡаралған. Был көндәрҙә ремонтты башҡарыусы компаниялар билдәләнә, улар менән контракттар төҙөлә. Әле Өфөлә юл соҡорҙары ямала. Быйыл 4 мең 800 квадрат метр биләмә тәртипкә килтерелгән.